САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 13:26

Ысын уҡытыусы

«Хөрмәтле Эльвира Мирҡасим ҡыҙы! Һеҙгә 5 «г» синыфы уҡыусыларынан ҡайнар сәләм. Беҙ һеҙҙе бик ныҡ һағынабыҙ, башланғыс синыфтағы дүрт ҡыҙыҡлы һәм күнелле йылдар өсөн рәхмәтлебеҙ. Һәр беребеҙ беренсе синыфҡа аяҡ баҫҡанда берсә тулҡынланды, берсә ҡурҡыу кисерҙе, әммә һеҙ беҙҙе хәстәрлекле ҡулдарығыҙға алып, Белем иленә әйҙәнегеҙ, дүрт йыл буйына күп көс һалып, уҡыу үрҙәренә алып мендегеҙ.
Бөгөн инде белем донъяһы баҫҡысының бишенсеһенә күстек. Киләсәктә лә һеҙгә беҙҙең өсөн ҡыҙарырға тура килмәҫ. Бының хаҡына тырышып уҡырбыҙ. Һеҙгә ныҡлы таҙалыҡ, бәхет, барлыҡ теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ихтирам менән Алһыу Әхмәҙуллина һәм синыфташтарым».
Әлеге хатты уҡығандан һуң, уның төп геройы менән осрашырға булдым. Уҡытыусылар көнөндә һәркем үҙенең уҡытыусыһын иҫкә алалыр, моғайын. Бөгөн мөғаллим булыр өсөн ҙур белемлелек менән бергә, көс, сыҙамлыҡ һәм хатта батырлыҡ та кәрәк. Тик шулай ҙа, ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡытыусы хеҙмәтен ғүмерлеккә һайлаусылар табыла. Шундайҙарҙың береһе – 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы Эльвира Сакаева.
–Беҙ, уҡытыусылар, был һөнәрҙе һайлап бер ҡасан да данға күмелмәйәсәгебеҙҙе, матди яҡтан байымаясағыбыҙҙы беләбеҙ. Әммә, быға ҡарамаҫтан, хеҙмәтебеҙҙе яратабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәттән тыш күберәк эшләргә һәм кескәйҙәр яҙмышы өсөн яуап бирергә тура килә, – тип башланы һүҙен әнгәмәләшем.
Эльвира Баҡалы районының Иҫке Ҡуян ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң Кушнаренко педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Тау мәктәбендә башлай. Бер үк ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Йәш, егәрле ҡыҙҙы район үҙәге егете Марат Сакаев оҡшата һәм тиҙҙән йәштәр өйләнешәләр. Ғаиләне йәмләп ике ҡыҙҙары – Диана менән Регина тыуа. Бөгөн өлкәндәре инде әсәһе тамамлаған университетта уҡый, төпсөктәре унынсы синыфта белем ала.
–Уның сабырлығы, интеллигентлылығы һәм мауыҡтырғыс дәрестәре балаларҙы йәлеп итә, ата-әсәләрҙә хөрмәт һәм рәхмәт хистәре уята. Уның егәрлелегенә хайран ҡалырлыҡ. Үҙ эшенен оҫтаһы балалар йөрәгенә юл таба белә, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә, тәбиғәттең матурлығын тойорға һәм яратырға өйрәтә. Бер үк ваҡытта уҡыусыларына дуҫ та, остаҙ ҙа була ала. Уның беренсе уҡыусылары бөгөн дә икенсе әсәләренә әүерелгән беренсе уҡытыусыларын ихтирам менән иҫкә алалар, – ти ата-әсәләр ҙә.
Эльвира Мирҡасим ҡыҙы һигеҙ йыл инде 1-се урта мәктәптә хеҙмәт һала.
–Күпме мөхәббәт, көс, изгелек һәм тырышлыҡ һалынған һәр балаға, – тип яҙмам геройының хеҙмәттәштәре лә әнгәмәгә ҡушылалар. – Уҡыусылары ла бит ҡыҙыҡһыныусанлыҡтары менән айырылып торалар, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, район, республика олимпиада һәм конкурстарында урындар яулайҙар.
Ысынлап та, уҡыусыларының уңыштары – тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Э.Сакаеванын ял белмәҫ ҡулынан шаҡтай уҡыусы уҙған. Уны һәммәһе лә таный, белә, хөрмәт иткәнгә һәм яратҡанға ғәжәпләнәһе түгелдер. Ул сәскән орлоҡтар бөгөн үҙ шытымдарын бирҙе.
Уҡытыусылар көнө унайынан мөхтәрәм Эльвира Сакаеваны тәбрик итәбеҙ һәм киләсәктә лә эшендә уңыштар һәм яңы бейеклектәр, ғаилә бәхете һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Алға таба ла уҡыусыларығыҙ һөйөндөрөп кенә торһон!
Читайте нас: