САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 17:36

Маҡтаулы исемгә эйә ул

Уҡытыусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә республиканың мәғәриф учреждениеларында йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүсе педагогтарға Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт бүләктәрен тапшырҙы. Илебеҙҙә ҙурлап үткәрелгән был яҡты байрам алдынан төбәктең мәғариф системаһында эшләүсе 35 хеҙмәткәр маҡтаулы исемдәргә, билдәләргә һәм Маҡтау грамоталарына эйә булды. Юғары дәүләт бүләктәренә лайыҡ булған педагогтар араһында беҙҙең райондашыбыҙ – Саҡмағош гимназияһы уҡытыусыһы РӘМИЛӘ ЗАҺИТ ҠЫҘЫ ӘХМӘТОВА лә бар. Радий Фәрит улы районыбыҙҙың тәжрибәле, үҙ һөнәренең остаһы булған, оҙаҡ йылдар дауамында уҡыусыларға биология фәненән төплө белем биргән, уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй яулаған хөрмәтле педагогҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы таныҡлыҡты тапшырҙы. Рәмилә Заһит ҡыҙын ошо оло һөйөнөсе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшендә ҙур уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Читайте нас: