САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 13:19

Ерҙең йәш хужалары

Илгиз был ауыл хужалығы предприятиеһында биш йыл эшләй. Башта ҡеүәтле «Кировец» тракторын һөҙөмтәле файҙаланды – туңға һөрөү, тупраҡ эшкәртеү, дискылауҙа матур һөҙөмтәләргә иреште.
Ике йыл элек уға "Т-156" фронталь тейәгесен тапшырҙылар. Был техника ла «хәлһеҙҙәрҙән» түгел – ике тоннаға ҡәҙәр йөк күтәрә. Тейәгестә эшләү машинистан айырыуса теүәллек талап итә, сөнки йыш ҡына келәт эсендә лә эшләргә тура килә. И. Изгебаевтың тейәгесе ырҙын табағында бик кәрәкле техника: ул ашлыҡты машиналарға тейәп оҙата, келәттәргә индерә.
Эштән һуң Илгизде йорт мәшәҡәттәре көтә. Ул ҡустыһын һәм һеңлеһен тәрбиәләй.


Беҙҙең хәбәрсе.


Читайте нас: