САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2019, 16:57

Училище – уның ғүмер юлы

Мәғариф алдынғылары
Ашнаҡсы – ер йөҙөндә иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе, уға һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән ҡарағандар. Аҙыҡ – кешеләр ябай ризыҡ менән туҡланған боронғо замандан уҡ кешелектең төп ихтыяжы булһа, хәҙер ул ысын оҫталыҡҡа әйләнде. Бөгөн ул – иң ҙур һорау менән ҡулланыусы һөнәрҙәрҙең береһе, сөнки бар кешелек аҙыкка мохтаж. Бына 33 йыл ғүмерен йәш быуынды ашнаҡсы, кондитер серҙәренә төшөндөрөүгә бағышлаған, эшендә юғары уңыштарға ирешкән тәжрибәле педагогтарҙың береһе – Үрге Йәркәйҙәге Башҡорт аграр-технология колледжының юғары категориялы производствоға уҡытыу мастеры Гүзәлиә Шәрипова.
1986 йылда уҡыу йортон "яҡшы" билдәләренә тамамлап, ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәри училищела производствоға уҡытыу мастеры булып башлай һәм бөгөнгәсә бында эшсәнлеген уңышлы дауам итә. Өҫтәүенә, 1999 йылдан ашхана мөҙире вазифаһын уңышлы алып бара. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен талапсан, маҡсатҡа ынтылусан, инициативалы педагог итеп таныта.
Гүзәлиә Фәнәүи ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, төрлө инстанцияларҙың Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына, 1992 йылда "РФ һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре" исеменә лайык булды.

Читайте нас: