САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2019, 17:13

Акцияға берҙәм ҡушылып

Үткән шәмбелә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтте. Дөйөм алғанда, был көндө ҡала-райондарҙа 69 мең төп ағас үҫентеһе ултыртылды. 245 тематик аллея булдырылды. Экологик өмәлә 138 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Беҙҙең Саҡмағош районы ла был күләмле акцияға әүҙем ҡушылды. Район үҙәгендә йәшәүселәр берҙәм булып иртәнге сәғәт 10да “Бикә” мәсете эргәһендә йыйылды. Артабан улар төркөмдәргә бүленеп, ағас үҫентеләре ултыртыу өсөн билдәләнгән майҙандарға китте. Районыбыҙҙы төҙөкләндереү-күркәмләндереүгә йүнәлтелгән был акцияла бөтә ойошма, предприятие һәм учреждение вәкилдәре лә, ирекмәндәр дә ҡатнашты. Хаҡлы ялдағы өлкәндәр дә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләк белдерде. Өмә барышында Тыныслыҡ урамында 50 дана бейек булып үҫә торған шыршы ултыртылды. Бынан тыш, “Бикә” мәсете ихатаһында, автовокзал артындағы майҙанда, Архитектура урамында һәм “Өфө” микрорайонында 4 меңдән ашыу нарат һәм ҡайын ағастарының йәш үҫентеләре төпләндерелде. Саҡмағош ауыл биләмәһе хакимиәте көсө менән үҫентеләргә һыу һибеү ойошторолдо.

Билдәле булыуынса, “Йәшел Башҡортостан” акция төбәк етәксеһе Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән тәүге тапҡыр быйыл яҙ ойоштороп үткәрелде. Яҙғы-көҙгө акциялар сиктәрендә республикала 360тан артыҡ гектар майҙанда 178 мең төп ағас үҫентеһе ултыртырды.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Читайте нас: