САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 13:40

ТҮЛӘҮ ШАРТТАРЫ ҮҘГӘРДЕ

Билдәле булуынса, 2019-2020 йылғы йорттарға йылылыҡ биреү сезонының башынан уҡ республиканың бөтә муниципалитеттары ла йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы системаһына күсте. “1/8” тип аталған был схема буйынса йорт-фатир хужалары әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн хаҡты көҙгө-ҡышҡы осорҙа, йорттар йылылыҡ энергияһы менән йылытылғанда ғына түләясәктәр. Бығаса республика халҡы бындай түләүҙәрҙе йыл әйләнәһенә, икенсе төрлө әйткәндә, “1/12” схемасы буйынса кассаға индерә ине. Тотонолған энергия хаҡы 12 айға тигеҙ бүленеп килде.

“1/8” схемамаһы халыҡ өсөн аңлайышлыраҡ һәм үтә күренмәлерәк, ти белгестәр. Йортта йылылыҡ энергияһын иҫәпләүсе дөйөм йорт приборы йыһазланған булһа, йылылыҡ өсөн түләүҙәр уның күрһәткестәре буйынса, энергияне фактик ҡуллану буйынса башҡарыласаҡ. Ябайлаштырып әйткәндә: күпме ҡулланалар – шул ҡәҙәр түләйҙәр. Ә инде ундый прибор булмаһа, түләүҙәр республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән нормативтар буйынса исәпләнәсәк. Һауа температураһының ниндәй булыуына ҡарап, түләү хаҡтарында да айырмалыҡтар буласаҡ.

Ошо көндәрҙә район үҙәгенең Тыныслыҡ, Коммунистик, Төҙөлөш урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн граждандар сходы үткәрелде. Унда был йорттағы фатирҙар хужаларына йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы системаһы тураһында мәғлүмәттәр һәм аңлатмалар еткерелде. Йыйылышта муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Ямалеев, уның төҙөлөш һәм тораҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Азат Басиров, Саҡмағош ауыл биләмәһе хәкимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты.

Төп мәсьәләнән тыш, сход барышында йорт яны территорияларын төҙөкләндереү һәм “Башҡорт ихаталары” программаһының төп йүнәлештәре лә тикшерелде.

Р.Арыҫланова әҙерләне.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.

Читайте нас: