САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 10:35

Таймырҙа ауылы клубында байрам

Таймырҙа ауылы клубында гармунсылар, тальянсылар һәм халыҡ инструменттарында уйнаусылар байрамы үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев ҡотланы.
Башҡарыусылар араһында төп урынды үҙешсән музыканттар алып торҙо, профессионалдар һәм музыка мәктәбе уҡыусылары ла бар ине. Фольклор музыка практикаһы өсөн традицион булган тальян, гармун, баян, кумыҙ һәм тауышлы инструменттар ҡулланылды.
Сәнғәти тәьҫирлелек, тамашасылыҡ, эстетик ҡиммәт, репертуарға тура килү, ҡатмарлылыҡ һәм башҡарыу сифаты буйынса билдәләр ҡуйылды.
Гран-приға Дүртөйлө музыка мәктәбенең аккордеонсылар триоһы лайыҡ булды. I дәрәжә лауреттар араһында Таймырҙа ауылы мәҙәниәт йортоноң халык инструменттары ансамбле «Сәйлән», Мәскәү ауылынан гармунсы Рәйеф Глимов, Һалпар ауылынан тальянсы, 83 йәшлек Нәҙиә Ямалиевала бар.
Дипломантар күп булды, ҡалғандар сарала ҡатнашҡан өсөн дипломдар алды.
Читайте нас: