САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 17:10

Сараларҙа

Өлкәндәр хөрмәтләнде
Этәй ауыл Советы ауыл биләмәһендә урынлашҡан Теләпән ауыл клубында Халыҡ-ара өлкәндәр көнө һәм ауылға һыу үткәреү уңайынан тантаналы байрам ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, быға тиклем Теләпән ауылы халҡына һыу менән тәьминәт мәсьәләһе күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Әлеге проблема «Беҙҙең ауыл» муниципаль район хакимиәте программаһы буйынса сиселеш тапҡан. Этәй ауылынан яңы һыу линияһы һуҙылып, насос урынлаштырылған. Быларҙың бөтәһен дә «Иш-тау» йәмғиәтенең (директор Х.Уҙаманов) тырыш хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп башҡарған. Иң мөһиме – һәр йорт һыулы булған.
Сараны Этәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Баһауов асып, “ауыр тормош юлы үтеп, бөгөн дә ихласлығығыҙҙы юғалтмағанһыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ менән үрнәк булып тораһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем”, – тип ихлас теләктәрен, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам иткәндәре өсөн муниципаль район хакимиәтенә, иғәнәселәргә, ауыл халҡына ҙур рәхмәтен еткерҙе. Байрам кисәһендә муниципаль район Советы секретары Игорь Никифоров, “А.Рамаҙанов” крәстиән-фермер хужалығы етәксеһе Альберт Рамаҙанов ҡатнашып, изге теләктәрен юлланы.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, Балалар баҡсаһы сабыйҙарының, ауыл үҙешсәндәре Илшат Абдуллиндың, Йәүхәт Ғабдрахмановтың, Рәзилә Ғүмәрованың, Тәслимә Тимершәйехованың, Илдар Ғарифуллиндың, пенсионерҙар Рәсүлә Абдуллинаның, Рәжиә Шәйәхмәтованың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Артабан кисә төрлө һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған өҫтәл артында дауам итте.
Читайте нас: