САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 17:30

Ҡотлауҙарҙы йыр-моң менән еткерҙеләр

Саҡмағош район мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” агитбригадаһы йырлы-моңло сығыштары менән райондаштарҙы даими һөйөндөрөп тора. Үҙешмәкәр сәхнә оҫталары ауылдарға, төрлө ойошма-учреждениеларға ла йыш баралар. 1 октябрҙә улар Баҡалы психоневрология интернатының Яңы Балтас ауылында урынлашҡан филиалына барып, унда тәрбиәләнеүселәр алдында концерт программаһы менән сығыш яһанылар.Осрашыу бик йылы үтте. Интернаттағы ауырыуҙар йырҙарҙы тыңлап ҡына ҡалманы, ҙур ихлаҫлыҡ менән артистарға ҡушылып, үҙҙәре лә йырланы. Бындай иғтибар уларҙын рухи хәләтен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

2 октябрь көнөндә иһә “Сатҡылар” Рәжәп ауылындағы өлкәндәр тәрбиәләнгән интернатта сығыш яһанылар. Был байрам сараһы Өлкәндәр көнөнә һәм учреждение эшләй башлауға 15 йыл тулыуға арналды. Интернат коллективын һәм унда тәрбиәләнеүсе апай-ағайҙарҙы муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, учреждение директоры Ф.Ф.Мөхәмәҙиев тәбрикләне. Байрамда ҡатнашыусылар һәр сығышты йылы ҡаршы алып, кинәнеп концерт ҡаранылар. Мәҙәниәт йорто артистары бүләк иткән йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр тамашасыларға шатлыҡ һәм кәйеф күтәренкелеге бүләк итте.

Р. Арыҫланова әҙерләне.
Фото: район мәҙәниәт йорто сайтынан.


Читайте нас: