САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 17:16

Ысын халыҡсан байрам булды

Саҡмағош районы ерлегендә халык ижадын, музыкаль башҡарыу мәҙәниәтен үҫтереү, яңа таланттарҙы асыу һәм иң мөһиме – традицион халыҡ музыка ҡоралдарын һәм халыҡ ижадын пропагандалау маҡсатында район мәҙәниәт йортында йырсы-башҡарыусыларҙың “Үҙем уйныйм, үҙем йырлайым” I Асыҡ конкурсының Гала-концерты булды. Ул киләһе йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо.

Популяр көйҙәр, таныш йырҙар, дәртле таҡмаҡтар конкурстың тәүге минуттарынан уҡ якты һәм йылы байрам атмосфераһын тыуҙырҙы. Тамашасылар һәр башҡарыусыны йылы ҡаршы алды, сығыш тамамланғас алҡышлап оҙатты. Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының халыҡ артисы, “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” төбәк-ара конкурсының авторы Фән Вәлиәхмәтовтың һәм яҡташыбыҙ, әлеге көндә Туймазы ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф.Вәлиәхмәтов исемендәге бәйгенең Гран-при эйәһе Илнур Ғәзизовтың сығыштары ысын халыҡсан байрамдың аҫыл биҙәге булды. Был көндө үткән I Асыҡ конкурстың иң оҫта башҡарыусыһы тип районыбыҙҙың Яңы Балтас ауылынан Зөлфәт Мөхәмәтдинов танылды. Уға төп бүләк – Гран-при тапшырылды. Бәйге бер һулышта тиерлек, тамашасыларҙың көслө алҡыштары менән үтте.

Фотолар: район мәҙәниәт йорто сайтынан.

Читайте нас: