Ҡаланың балалар китапханаһында йәш шағирҙарҙың “Мцыри” Бөтә Рәсәй асыҡ фестивале директоры Александр Чистяков менән осрашыу булды.
Фестиваль ҡыҫаларында Мәскәү ҡунағы Дүртөйлөлә ҡаланың өлкән синыф уҡыусыларына шиғыр яҙыу һәм сторителлинг буйынса мастер-класс бирҙе. Шағир күп кенә уҡыусыларҙа әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу күреүен әйтте. Хатта профилле математика синыфтары уҡыусылары ла шиғыр һәм хикәйә яҙыуҙа беренсе аҙымдарын яһап ҡарай, тик был хаҡта һөйләмәҫкә тырышалар. Бындай осрашыуҙар балаларға оялсанлыҡты еңеп, үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирә, әҙәби конкурстарҙа ҡатнашыуға этәргес була.
Александр Чистяков дүрт шиғыр китабы авторы, йәмәғәт эшлеклеһе, Рәсәй Яҙыусылар берлеге һәм Рус география йәмғиәте ағзаһы, Рус әҙәби йәмғиәте рәисе булып тора. Ул бихисап проекттар ойошторған, тик, ҡунаҡ үҙе әйтеүенсә, “Мцыри” фестивале – уның тормошондағы иң төп проект.