САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 19:37

Өлкәндәр хөрмәтләнде

Ҡаҙыр ауыл Советы ауыл биләмәһендә урынлашҡан Һеңрән ауылында Халыҡ-ара өлкәндәр көнө ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Сараны ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Мансур Әхмәтов асып, изге теләктәрен юлланы. М.Горький ис. кооператив рәйесе Иршат Ғилфанов та өлкәндәргә матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ был көндө бриллиант туйҙарын билдәләүсе, бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығы менән бәйләп, намыҫлы хеҙмәт һалған Флүрә һәм Рауил Хамматовтар хөрмәтләнде. Мансур Хәмит улы БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһын, Иршат Рауил улы – иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Арытабан байрам М.Горький ис.кооператив әҙерләткән сәй табыны артында дауам итте.
Читайте нас: