Солтанай ауылында ғүмер кисереүсе Әлфиә Ғәниева туҡһан йәшен билдәләне. Оло байрамында ул Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллиндан Ҡотлау хаттары ҡабул итте.
- Бөтә Советтар Союзы халҡы фашистарға ҡаршы күтәрелгәс, беҙҙең туғандарыбыҙ һәм ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Күп ғаиләләр атайһыҙ, ағайҙарһыҙ ҡалды. Минең атайым да фронтҡа китте. Ауылыбыҙ бушап ҡалды, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар һәм балалар көстәрен ҡыҙғанмай эшләне. Беҙ, үҫмерҙәр, өлкәндәрҙән ҡалышманыҡ. Уңыш йыйыуҙа, бесән, һалам әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ, көлтәләр бәйләнек. Аслыҡ-яланғаслыҡ – барыһы ла миңә таныш, – тип хәтирәләре менән бүлеште юбиляр.
Асыҡ йөҙлө, шаян, йылмайып тороусы тантана сәбәпсеһе ҡыҙы Рида һәм уңын ғаиләһе тәрбиәһендә йәшәй. Йәштәр өҫтәлһә лә, ул бөгөн дә барлыҡ янылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, хәтере лә яҡшы. Ҡунаҡтарҙы ул һый-хөрмәт менән ҡаршы алды, үзбәк былауы менән һыйланы.
Биш йылдан һуң яңынан осрашырға яҙһын, тип уның менән хушлаштыҡ.