САРМАНАЙ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Октябрь 2019, 11:46

ЛАУРЕАТ ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР

25 сентябрь көннө йыл һайын үткәрелә торған “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрләр күрһәтеүсе иң яҡшы күп функциялы үҙәк” республика конкурсына 2019 йыл йомғаҡтары буйынса һөҙөмтә яһалды. Жюри еңеүселәрҙе категориялар буйынса билдәләне. Саҡмағоштағы ИЛДАР ИЛҮС УЛЫ НИЗАМОВ етәкселек иткән КҮП ФУНКЦИЯЛЫ ҮҘӘК БҮЛЕГЕ “5 һәм унан әзрәк хеҙмәтләндереү тәҙрәһе булған бүлек” номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ булды. Райондағы күп функциялы үҙәк коллективын мәртәбәле ошо уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә еңеүле үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!
Читайте нас: