Шәрип ауыл биләмәһенен Мәмәк ауылында йәшәүсе оҙон ғүмерле яҡташыбыҙ Әнисә Арыҫланова туҡһан йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы менән тәбрикләргә район ветерандар советы рәисе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Ғәлимов, Шәрип ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Олеся Вилданова ла килде. Район ҡунаҡтары уға Рәсәй Президенты В. Путин һәм район хакимиәте башлығы Р. Ғизәтуллиндан Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙеләр, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте, эшһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтереүе өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Ҡотлауҙарға юбилярҙың ауылдаштары ла ҡушылды.
Әнисә Мәмәктә тыуып-үҫә. Мәктәптә оҙаҡ уҡый алмай. Яҙмышы ла йәштәштәренән артыҡ айырылмай. Ғүмере шатлыҡ һәм ҡайғы минуттары менән бергә үрелгән. Йәшлеге илдең иң ҡурҡыныс йылдарына тура килә. Ун биш йәшлек ҡыҙ уңыш йыйыуҙа ла ҡатнаша, һыйыр егеп ер һөрөргә лә баҫа. Бөгөн дә ул оҙон хеҙмәт юлынын һәр миҙгелен хәтерләй.
Бөгөн йәнәшәһендә илле йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәше Абдулбарый ағай ҙа юҡ инде.
–Ул мәрхүм булғанға быйыл егерме йыл тулды инде. Балалар уның үлгән көнөн иҫкә алмайынса ҡалмайҙар. Бер эштән дә ҡурҡмай инде мәрхүмкәй, – тип иҫкә алды тормош иптәшен Әнисә әбей.
Абдулбарый абзый етәкләгән бригада ваҡытында алдынғылар исемлегенән төшмәй. Намыҫлы хеҙмәте бүләктәр менән билдәләнгән. Улар ғаиләнең ысын ғорурлығына әйләнгән. Шуға ла Әнисә әбей тормош иптәше һәм балалары хаҡында тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Үткәндәрҙә ҡалған беренсе осрашыу, танышыуҙар, бер күреүҙә үк ғашиҡ булыуҙарын әлелә хәтерләй.
«Саратов» гармунында өҙҙөрөп уйнаусы егеткә ул ваҡытта күптәр күҙ ташлағандыр. Ә ул тырыш, мөләйем йөҙлө Әнисәне һайлай. Тиҙҙән улар өйләнешәләр. Бер-бер артлы балалары Фларит, Хәлит, Фәзит, Ғәбит һәм Филизә тыуа. Ул балаларын бағырға ла, колхозда һәм йорт эсендә эшләргә лә өлгөрә. Быларҙан тыш баҡса ҡарарға ла, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емеш әҙерләргә лә етешә. Ире менән ҙур һәм матур йорт һалып сығалар. Әсәй, ҡартәсәй, ҡарт ҡартәсәй – уның төп исем-дәрәжәһе. Ә балалары менән ул ысын-ысындан ғорурлана.
–Балаларыма рәхмәтлемен. Улар иғтибарҙары менән ғүмеремде оҙонайталар. Иғәнә ярҙамы менән үҙҙәре төҙөгән мәсеткә лә минең исемде бирҙеләр, – ти ғорурланып әсәй.
Әнисә Арыҫланованын ғүмере хеҙмәт һәм хәстәрлектәр менән үткән. Тик әле лә йылдарға бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр ваҡыт ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө булып ҡала. Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс тормош һеҙгә, оҙон ғүмерле яҡташыбыҙ!