САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Октябрь 2019, 13:56

Бөгөн – Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө

Йәшлек һуҡмағынан – бриллиант туйғаса
Хеҙмәт ветерандары Флүрә һәм Рауил Хамматовтарҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына ағымдағы йылда 60 йыл тула.
Балалыҡ йылдары ауыр һуғыш осорона тура килгән Флүрә Шәрифйән ҡыҙы һәм Рауил Шәрехмулла улы тормош юлынан күптәргә өлгө булып, бергә атлайҙар. Улар икеһе лә Һеңрән ауылында тыуып үҫкәндәр, ошо ауылда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләгәндәр, бөгөн дә матур пар булып йәшәйҙәр.
Улар икеһе лә ғүмерҙәрен ауыл хужалығы менән бәйләп, М.Горький ис. кооперативта тырышып эшләнеләр. Хамматовтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, төрлө инстанцияларҙың Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Беҙ уларға артабан да тигеҙ оҙон ғүмер, бәхетле ғүмер көҙө теләйбеҙ.
Читайте нас: