САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2019, 14:25

Һауала көҙ тибрәлә...

Саҡмағош үҙәкләштерелгән биләмә-ара китапханаһында Өлкәндәр көнөн билдәләү күркәм традицияға әйләнде. Хөрмәтле, бай тормош тәжрибәһенә эйә өлкән китап уҡыусыларыбыҙ өсөн байрам ғына түгел, йыйылышып, бер-береһе менән аралашыр, рәхәтләнеп һөйләшер өсөн мөмкинлек тә ул.

Был байрамға арналған “Һауала көҙ тибрәлә” тигән сараға өлкән буын китап уҡыусыларыбыҙ саҡырылды. Уның барышында ҡунаҡтарыбыҙға арналған бихисап тәбрикләү һүҙҙәре, изге теләктәр яңғыраны. Улар йәшлек йылдарын, тормоштарындағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе искә төшөрҙө, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Китапхананың актив китап уҡыусылары Зилә Әсләм ҡыҙы Камалиева һәм Ғабделфәт Ғабдрахман улы Нуриев сараға килеүселәргә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы Р.Н.Нуриханова етәкселегендә шөгөлләнеүсе йәш таланттар һәм Нурия Шәймөхәмәтованың сығыштары байрамды тағы ла мәртәбәлерәк итте. Сарала шулай уҡ “Ғүмерҙәр балҡышы” тип исемләнгән электрон презентация ла тәҡдим ителде. “Ҡартая мени һуң йөрәк?” китап-иллюстрациялар күргәҙмәһенә “алтын йәш”тәге өлкәндәр тураһында китаптар һәм ваҡытлы матбуғатта донъя күргән яҙмалар урын алғайны.

Байрам ахырында унда ҡатнашыусылар саранан бик тә ҡәнәғәт булып, яратҡан китапханаларында уны ойоштороусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп таралашты.

Зирина Арыҫланова,
үҙәкләштерелгән район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге баш китапханасыһы.

Читайте нас: