САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2019, 13:39

Йылы осрашыу

Исмаил урта мәктәбендә “Тыныслыҡ дәресе" үтте. Унда хеҙмәт ветераны, БАССРҙың атҡаҙанған терлексеһе, ВДНХ ныһ “Айырыуса хеҙмәт күрһәткән өсөн” көмөш һәм бронза миҙалдары эйәһе Альбина Әхиәрова ҡатнашты.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас тыуған. Илдә аслыҡ һәм яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Альбина бик тырыш була. Яҡшы уҡый. Тик ун синыф тамамларға уның мөмкинселеге булмай. Ул фермаға килә һәм һыйыр һауыусы булып эшләй башлай. Уның белем алыу теләге ҙур була. Эштән һуң киске мәктәптә уҡый һәм урта белем тураһында аттестат ала. Тыуған колхозында эшләүен дауам итә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп бүләктәргә лайыҡ була. Бөгөн ул балаларына, ейәндәренә ярҙам итеп йәшәй, йорт хуҗалығы алып бара.
Фотоһүрәттә: осрашыуҙан күренеш.
Читайте нас: