27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көнө
Саҡмағош –Өфө юлы өҫтөндә ҡалған Иҫке Ҡалмаш ауылындағы 1-нсе балалар баҡсаһына һалҡын ҡарлы ямғыр яуған көндә барһаҡ та, ҡапҡаны асып кереү менән ихаталағы сағыу, яҡты төҫлө буяуҙарға бай, кескәй ҡаласыҡты хәтерләтеүсе майҙансыҡтар ҡаршы алып, көҙҙең шыҡһыҙлығын сигендерҙе, ҡояш нурҙарындағы кеүек балҡып, йәмле, ғәмһеҙ бала саҡҡа алып ҡайтты кеүек. Улай ғына ла түгел, бында килеүсе һәр кем бина ишеген асып инеү менән әкиәт иленә сәяхәтте дауам итә. Яҡты, йылы, сабыйҙар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар да булдырылған был баҡсаға 2002 йылдан Гөлшат Риф ҡыҙы Шакирова етәкселек итә. Бындағы ике төркөмгә 37 бала йөрөй. Уларҙы һәр иртәлә өлкән тәрбиәсе Гөлүҫә Арнауытова, тәрбиәселәр Әлиә Батыргәрәева, Дилара Сабирова ҡаршы алып, донъяны танып-белеү кеүек ҙур ғилем иленә беренсе аҙымдарҙы яһарға ярҙам итә, тәүге белем һәм тәрбиә нигеҙҙәрен бирә. Был яуаплы эшсәнлектә кесе тәрбиәселәр Эльвира Янбухтина менән Эльза Кәримова — педагогтарҙың иң беренсе ярҙамсылары. Ашнаҡсы Рәйлә Хәсәнова бында тәрбиәләнеүсе малай-ҡыҙҙарҙы тәмле аштар менән һыйлай, Ранис Кашаев иһә балалар баҡсаһы ихатаһын һәм уйын майҙансыҡтарын бөхтәлектә, тәртиптә тота.
Баҡсала белем һәм тәрбиә биреү Н.Е.Веракса редакцияһындағы “Тыумыштан мәктәпкә ҡәҙәр” (“От рождения до школы”) программаһы нигеҙендә алып барыла. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса төҙөлгән был программала баланы бар яҡлап камил, күп ҡырлы белемле шәхес итеп тәрбиәләү
маҡсаты ҡуйыла. “Экологик тәрбиә биреү өсөн ауыл ерлегендә мөмкинлектәр дә ҡаладағыға ҡараганда күпкә киңрәк, был йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бирергә ынтылабыҙ, – ти баҡса етәксеһе Гөлшат Риф ҡыҙы. –Балаларҙың кескәй йәштән үк милли мөхиттә тәрбиәләнеп, туған ерҙе яратып, уның ысын патриоты булып үсеүе уларҙың шәхес булараҡ үҫешенең төп шарты, тиһәк тә хата булмаҫ. Был маҡсатты тормошка ашырғанда Р.Х.Гасанованың “Атай-олатайҙар ере” (“Земля отцов”) төбәк компоненты өҫтөнлөк алған программаһына нигеҙләнеп эш алып барабыҙ.
Беҙҙең баҡсала күп төрлө саралар даими үтә. Был эштә беҙҙең иң ҙур ярҙамсыларыбыҙ – ата-әсәйҙәр тип әйтер инем. Уларҙың шул ҡәҙәр әүҙем, ярҙамсыл булыуына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Байрам сараларында, шәмбе өмәләрендә лә ҡатнашалар, бер ҡайсан да ауырһынып тормайҙар. Уларҙың туранан-туры булышлығы һәм ҡатнашлыгы менән төрле кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ, грамоталар алып һөйөнәбеҙ. Уҙған йылда балалар баҡсалары коллективтары араһында район күләмендә ГТО буйынса үткән ярыштарҙа, велосипедтар узышы бәйгеһендә ҡатнаштыҡ. Ғөмумән, бер яңылыҡтан да ситтә ҡалмасҡа, заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Балалар баҡсаһы эшсәнлеген ауылдағы ойошмалар менән хеҙмәттәшлектән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Беҙ уларҙың барыһына да рәхмәтлебеҙ”, – тине Гөлшат Риф ҡыҙы осрашыуыбыҙ ахырында.
Йылы, яҡты бинанан ҡайтыр юлға сыҡҡанда, ишекте асыу менән йәнә ҡарлы ямғыры яуып торған һалҡын һауа үҙ ҡосағына алды. Әммә бала саҡ, әкиәт күренешләре иленә ошо ҡыҫҡа ғына сәйәхәт тә күңелгә шул ҡәҙәр яҡтылыҡ, нур өҫтәне, бер нинди һалҡын ямғырҙар да ул тәьҫораттарҙы йыуа алмаҫ ине, моғайын.