Беҙҙең Кушнаренко районы һуңғы ваҡытта заман менән бер рәттән атлай башланы. Бөгөн район үҙәгенең 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге үҙ ишеген асты.
Шуныһы ҡыуаныслы, республикалағы 133 шундай үҙәктәрҙен икәүһе – беҙҙең районда.
Ошо уңайҙан районға мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев һәм Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин кеүек вазифалы ҡунаҡтар мәктәптә белем алған алдынғы ҡарашлы уҡыусыларҙың ижад емештәре менән танышты. 3Д технологияһы буйынса эшләнгән төрлө проекттар, балаларҙың үҙ ҡулдары менән төҙөгән роботтар һәм башҡа креатив проекттар ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы.
Һуңынан ҡунаҡтар «Үҫеш нөктәһе» Бөтә Рәсәй телемарафонында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, Рәсәй кимәлендә Иҙел буйы федераль округын күрһәтеү хоҡуһын яулау бик еңелдән булманы. Бер юлы илебеҙҙең 50 субъектында ошондай 2 мең 49 үҙәк асылды.
Балаларҙың үҫеше, уларҙың таланттарын, һәләтен тағы ла үҫтерер өсөн кин мөмкинлектәр асылды.