САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2019, 17:16

Яңы үҙәктәр асылды

24 сентябрҙә район үҙәгендә бер юлы ике яңы мәғәриф объекты асылды. Саҡмағош гимназияһы һәм 1-се урта мәктәптә эш башлаған «Үҫеш нөктәһе» цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре уҡыусыларҙа «Технология», «Информатика», «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» уҡыу предметтары буйынса заманса компетенциялар һәм күнекмәләрҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, был үҙәктәр дөйөм мәҙәни компетенциялар, һанлы белем биреү һәм шахматтар интеллектуаль уйыны нигеҙҙәрен өйрәнеү, балалар, укытыусылар һәм ата-әсәләрҙең проект эшсәнлеге, ижади, социаль үҙбилдәләнеше үҫеше өсөн йәмәғәт урыны функцияһын да үтәй ала.

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл федераль һәм төбәк бюджеттарынан 3 млн 230 мең һум күләмендә аҡса бүленде, уның 324 мең һумы урындағы бюджет иҫәбеннән булды. 2024 йылдың ахырына ҡәҙәр Башҡортостанда 798-ҙән дә кәм булмаған ошондай үҙәк эшләйәсәк. Уларға 350 мең тирәһе бала йәлеп ителер, тип көтөлә.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Фотолар: муниципаль район хакимиәте сайтынан.

Читайте нас: