Районда оло быуын вәкилдәренә ныҡлы иғтибар, ихтирам күрһәтелеп, матур традицияларҙың береһе - уларҙың ялдарын күңелле итеп үткәреү. Шуға ярашлы, ағымдағы йылда ла Болғар-Ҡаҙан-Алабуға маршруттары буйынса өс көнлөк экскурсия ойошторолдо. Был сара ветерандар советы президиумы ҡарары һәм муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән ойошторолоп, ветерандарҙың үҙ иҫәптәренә ғәмәлғә ашырылды. Алдан хәстәрлек күрелгәнлектән, транспорт, экскурсия уҙҙырыусылар, ҡунаҡхана, туҡланыу мәсьәләләре ыңғай хәл ителде.