САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2019, 15:49

АЙГӨЛ – ДОНЪЯ ЧЕМПИОНКАҺЫ!

Райондашыбыҙ, Рәсәй данын велоспорт буйынса донъя кимләндәге ярыштарҙа яҡлап, бығаса ла ҙур уңыштарға ирешкән АЙГӨЛ ГӘРӘЕВА Бөйөк Британиялағы Йоркшир графлығында велосипедсы юниорҙар араһында үткән донъя чемпионатында еңеүсе булды. 17,7 км. оҙонлоҡтағы дистанцияла шәхси ярыштарҙа ул финиш һыҙатына 22 минут 16 секунд ваҡытта килеп етте һәм донъя чемпионкаһы титулына эйә булды. Икенсе урынды яулаған нидерланд спортсыһы Ширин ван Анрой райондашыбыҙҙан 4 секундҡа, өсөнсө булып финиш һыҙатын үткән британиялы Элинор Бакстед 11 секундҡа артта ҡалды.

Яҡташыбыҙҙы донъя әһәмиәтендәге ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да бары тик шундай иң юғары үрҙәрҙе генә яулауын теләйбеҙ!
Читайте нас: