САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2019, 16:38

Әйләнде лә сәхнә, әйләнде...

19 сентябрь көннө Башҡортостандың мәҙәниәт ойошмалары “Театр төнө-2019” акцияһында ҡатнашты. Башҡорт дәүләт академия драма театрының һәм республиканың 100 йыллыҡ юбилей тантаналары үткәрелгән йылда һәм ил күләмендә иғлан ителгән Театр йылында ойошторолған был акция, әлбиттә, сәнғәттең халыҡ күңеленә айырыуса хуш килгән ошо төрөнә арналды. Район мәҙәниәт йортонда ул “Әйләнә сәхнә, әйләнә” тип исемләнгән театрлаштырылған концерт рәүешендә тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде. Был кисә бар ғүмерен районда мәҙәниәтте үҫтереүгә арнаған талантлы шәхес, ике тиҫтә йылдан артыҡ мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәтхулла Арыҫланғали улы Байымбитовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға да арналды.

Был кистә райондың сәхнә оҫталары Эльвир Халиҡов, Радик Шәймөхәмәтов, Гүзәл Табишева, Ривенер Гобәев, Фидан Бикмурзин, Әлфинә Ғатауллина, Гөлнара Шәймиева, Нәфисә Әшәрәпова, Эдуард Яҡупов, Айгиз Хөсәйенов башҡарыуында ике туғандаш халык драматургтары әсәрҙәренән алынған йырҙар яңғыраны. Рәсим Батыргәрәйев, Гөлнаҙ Сәлимова, Денис Мансуров, Руслан Әбдиев, Илһөйәр Ғабдрахманова Г.Ҡамалдың “Беренсе театр” һәм М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” спектакльләрнән өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәтте. Район мәҙәниәт йортоноң “Аҫылйәр” халыҡ һәм Ҡалмашбаш ауылының “Илһам” бейеү коллективы сығыштары ла яратып ҡабул ителде. “Театр төнө” акцияһыныңң уңышлы үтеүендә Урал Ғатауллин, Рудин Бәҙретдинов, Камил Нуриәхмәтовтың да өлөшө ҙур булды.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Читайте нас: