Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экологик күзаллауҙы популярлаштырыу маҡсатында Саҡмағош районы биләмәһендә үткән ялдарҙа Бөтә донъя бөхтәлек көнө
#СДЕЛАЕМ2019 акцияһы ойошторолдо. 21 сентябрь иртәһендә район үҙәге һәм ауыл биләмәләрендәге бөтә ойошма-предприятиелар коллективтары был акцияға әүҙем ҡушылып, тирә-яҡ һәм ихаталарҙы япраҡтарҙан, бысраҡтан таҙартты. Йәштәр үҙәге белгестәре “Беҙ бергә!” ирекмәндәр хәрәкәте волонтерҙары менән район үҙәгендәге шишмә эргәһен, ә Яңы Ҡото ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто һәм урындағы мәктәптең 9-сы синыф уҡыусылары буа ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты.