САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2019, 18:32

Ужым культураларын сәсеү тамамлана

Саҡмағош районының «Герой», «Алға», «Заря», «Победа», яуаплылығы сикләнгән «Байбулат» йәмғиәте, «Үҙәк» МТС-ы филиалында һәм башҡа хужалыҡтар баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеү эштәре тамамланды. Әммә урып-йыйыу эштәре дауам итә әле. Әленән-әле яуып үткән ямғырҙар ҙа ураҡ барышына бер ни ҡәҙәр ҡомасаулай, әлбиттә. Был көндәрҙә алда яҙып үтелгән хужалыҡтар баҫыуҙарында һалам йыйыла, тупраҡ эшкәртелә. 18 сентябргә уларҙа тупраҡты тәрән эшкәртеү 8555 гектарҙа башҡарылған, 6867 гектар майҙандарҙын өҫкө ҡатламы эшкәртелгән. Был агротехник сараларҙы башҡарыу йәһәтенән «СП «Базы» йәмғиәте, «Октябрь, «Герой» кооперативтарына, «Үзәк» МТС-тың Хужин исемендәге филиалы аграрийҙарына тиңләшеүсе юҡ.
Читайте нас: