САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2019, 17:54

Республика бәйгеһенән – бүләктәр менән

Башҡортостан дәүләт аграр университетында йыл һайын ойошторола торған “Юннат-2019” республика конкурсы үтте. Анда бөтә муниципаль район һәм ҡалаларҙан йәш натуралистар ҡатнашты. Быйыл улар шәхси умарталыҡ, агрономия, сәскәләр үҫтереү, ландшафт дизайны, үҫемлекселек, шифалы үләндәр, заманса белем биреү шарттарында уҡыусыларҙың аэроэкологик берләшмәләре, һөнәр һайлау йүнәлешендәге һәм башҡа номициялар буйынса үҙ фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим иттеләр. Эштәрҙе аграр университет уҡытыусыларын берләштергән мәртәбәле жюри бәяләне. Һәм, әйтергә кәрәк, эксперттар ҡатнашыусыларҙың йәшенә ҡарап ташламалар яһаманы. Тимәк, һәр юннат өсөн яуланған еңеүҙең мәртәбәһе лә ҡиммәтрәк булды.

Республика кимәлендәге был бәйгелә Саҡмағош гимназияһы, район үҙәгенең беренсе һанлы, Имәнлеҡул, Иҫке Ҡалмаш, Яңы Балтас, Рәжәп, Йомаш урта мәктәптәре вәкилдәре ҡатнашып, бәйге-күргәҙмәнең призерҙары исемен яуланы.

Артабан номинациялар буйынса һөҙөмтәләр яһалды. Улар буйынса ла йәш райондаштарыбыҙ һөйөнөсле уңыштарға иреште.
Гөлнаҙ Вилданова,

методик берекмә етәксеһе.

Рәзилә Арыҫланова,

үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: