САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 16:53

Һуңғы бөртөклөләр һуҡтырыла

Район аграрийҙары баҫыуҙарҙа ҡояшлы көндө һөҙөмтәле файҙаланып, ашлыҡтың һуңғы бөртөктәре һуҡтырыла. XXII партсъезд ис. кооператив уңғандары мөһим кампанияны ойошҡанлыҡ менән алып барып, төрлө тармаҡта ҡыҙыу эш ҡайнай.
-3817 гектар майҙанда бөртөклө культуралар сәселеп, шуның 3165 га майҙандағы ашлыҡ йыйып алынды. Уңыш гектарынан уртаса 20 центнер тәшкил итте. Әлегә эш 234 гектарҙағы бойҙай баҫыуында бара. Гектар көсө уртача 25 ц тәшкил итә. Иң мөһиме, механизаторҙарыбыҙ икеләтә яуаплылыҡ тойоп, ҡояшлы көндәрҙең һәр минутын һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырыша, - ти кооператив рәйесе Неля Дамир ҡыҙы.
Ысынлап та, беҙ килгәндә хужалыҡтың бойҙай баҫыуында ураҡтың ҡыҙған мәле ине. 4 комбайн бер-бер артлы төшөп, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ иңләгән корабтар һыман, иркен баҫыуҙарҙы гиҙә. Көндәр яҡшы торған саҡта урып-йыйыу эштәрен тиҙерәк теүәлләргә кәрәк. Шуға ла тырышып, ҡара тиргә батып эшләй ялан батырҙары. Уңған механизатор Илдар Ҡамалов «МТЗ-82» тракторына тағылған «ЖВЗ-7» сапҡысы менән игендәрҙе теҙмәләргә һала. Тәжрибәле игенселәр Рүзәл Ғәлләмов, Филаес Фаҙлыев, Фәнүҫ Сәһәбиев, Радик Хөснөтдинов «АGROC-530” комбайны менән уңышты һуҡтыра, лайыҡлы хеҙмәт һала. Комбайнсылар туҡтап тормаһын өсөн ашлыҡ ташыусы водителдәр етеҙлек күрһәтә. Шоферҙар Илгиз Баязитов, Илфат Абдуллин, Марсель Сәлимов күптәргә өлгө булып тора.
Ырҙын табағында ла эш ҡайнай. Баҙытамаҡта баҫыуҙан ҡайтҡан ашлыҡ ағымдағы йылда көйләнгән «ЗАВ-30», «ЗАВ-40» та киптереп, таҙартыла һәм ул келәттәргә һалына, бер үк ваҡытта киләһе йыл уңышы өсөн орлоҡтар туплау ҙа дауам итә. Бында эшселәр Рәмүҙә Баязитова, Илфира Аҡмалова, машинист Зәбир Әбүбәкеров, водителдар Рәмил Ахунов, Фәнил Вәлиев өлгөрлөк күрһәтә.

Читайте нас: