САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 18:45

Уңайлы булһын өсөн

Күп функциялы үҙәк офисы ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Уның ойошторолошо «Минең документтарым» берҙәм фирма стилендә башҡарылды.

Клиенттарға уңайлы булһын өсөн ҡабул итеү тәҙрәләре дүрттән етегә ҡәҙәр арттырылды. Шулай уҡ электрон сират системаһы индерелде, дәүләт хеҙмәттәре өсөн урында уҡ терминал аша түләп була. Бынан тыш, дәүләт хеҙмәттәре порталына ирекле рәүештә инеп була торған махсус компьютер булдырылды. Күп функциялы үҙәк 290 төр дәүләт хеҙмәте тәҡдим итә, шуның 29ы- муниципаль хеҙмәттәр.

Офисты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин, күп функциялы үҙәк республика дәүләт автоном учреждениеһы етәксеһе Гөлшат Арыҫланова ҡатнашты.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: