САРМАНАЙ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 17:28

Тыуған яғым – йәшел бишек

Быуатлыҡ тарихы бар
Бер яҡтан – Бешмән йылғаһы, икенсе яҡтан Ағиҙел йыуған йәшел аланлыҡта Таш-Йылға ауылының 100 йыллығына бағышланған байрам үтте. Ул ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле һәм матур ойошторолғайны. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр, йыр һәм бейеү, халыҡ уйындары күп булды.
Таш-Йылғамда, шалҡан баҡсаһында,
Үҫтеме икән ҡырлы ҡурайым?
Төштәремдә ҡайтып бер урайым,
Өндәремдә һағынып йырлайым.
Бу һүҙҙәр ауылға нигеҙ һалған Нурҡай нәҫеленән Өммөгөлсөм Солтангированыҡы. 1919 йыл. Октябрь социалистик революцияһынан һуң, урмандар халыҡ милкенә әүерелдерелә. Уларҙы һаҡлауҙы тәртипкә һалыу өсөн совет власы ойоштору эштәре башлай. Бындағы ҡара урманға лесник итеп Тәкәрлек ауылынан Нуриәхмәт - Нурҡай исемле кешене ебәрәләр. Бөгөнгө көндә “бәләкәй баҫыу” тигән ерҙә, ағастарҙы төпләп, ул үҙ ғаиләһе өсөн йорт һала..
1920-21 йылдарҙа Краснокама һәм Дүртөйлө райондарының ташҡын ваҡытында урамдарын һыу баҫа торған Аткүл һәм Йосоп ауылдарынан бында бер нисә гаилә күсеп килә.
Шулай итеп ауыл барлыҡҡа килә. Колективлашыу йылдарында ул айырым “Ағиҙел” колхозы булып тора. Һуңыраҡ Крупская исемле колхозға ҡушыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Таш-Йылғала 18 хужалыҡ була. 38 кеше йәшәй. 17 ир-егет фронтҡа китә, алтыһы ғына әйләнеп ҡайта. 11-е яу яландарында ятып кала.
Бөгөн ауылда 60 ҡа яҡын йорт бар. Яңылары ла ҡалҡып килә. Таш-Йылға тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
Читайте нас: