Үткән аҙнала район дауаханаһы эргәһендәге майҙанда күсмә стоматология поликлиникаһы эшләне. Республика Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” программаһы сиктәрендә Башҡортостандың ҡала-райондарына сығып, халыҡты ҡабул итеүсе был күсмә поликлиникалар йәй ахырында эшләй башлағайны. Бындай ҡабул итеүҙәр октябрь ахырына ҡәҙәр дауам итә.
Районыбыҙға килгән “Сәләмәтлек поезы”нда стоматолог-хирург, стоматолог-терапевт һәм балалар теш табибы биш көн дауамында эшләне. Был ваҡыт эсендә табибтар медицина полисы буйынса 177 райондашыбыҙҙың тештәрен бушлай дауаланы.
“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.