САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 16:54

Магистраль газ үткәргестәрҙең Дөртөйлө линия-производство идараһы ойошторолоуға 40 йыл

Яңы үрҙәргә ышаныслы юл
Ҡеүәтле газ ҡыуыу комплексы ғәмәлдә буш урында 1979 йылда төҙөлә башлай. Йәштәрҙе технологик компрессорҙар машинисы белгеслеген үҙләштереү өсөн ашығыс рәүештә Үзбәкстанга уҡырға ебәрәләр. Артабан тап улар почетлы һәм яуаплы миссияны үтәй: беренсе цехта беренсе вахтаны һәм беренсе эш сменаһын ҡабул итәләр.
1982 йылда икенсе цех, ә алдағы йылға өсөнсөһө файҙаланыуға тапшырыла. Производствоны киңәйтеү һәм эш урындарын арттырыу Мәскәү ауылында газовиктар поселогы төҙөүгә этәргес була. Бер-бер артлы дүртәр фатирлы ике ҡатлы дүрт йорт, 24 бүлмәле дөйөм ятаҡ, балалар баҡсаһы, дауахана, урта мәктәп барлыҡҡа килә.
Бөгөн магистраль газ үткәргестәрҙең Дүртөйлө линия-производство идараһы өс компрессор цехын һәм оҙанлығы 750 километрҙан да артып киткән өс магистраль газ үткәргесте хеҙмәтләндерә. Республикала ҡулланылған тәбиғи гаҙдың 20 процентка яҡыны 26 газ бүлеү станцияһы аша Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан 12 районға һәм административ үҙәктәргә бирелә. Уларҙың иң эреләре – Ҡарман ГРЭСы, Нефтекама, Дүртөйлө, Бөрө, Яңауыл ҡалалары.
Алдынғыларға - бүләктәр.
Читайте нас: