10 сентябрҙә Дүртөйлө районы мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр коллективтарҙың республика театраль фестиваль-марафоны штандартын Кушнаренко районы вәкилдәренә тантаналы тапшырыу булды. Был эмблема районда 13 майҙан бирле торҙо - уны беҙҙекеләргә Ѓафури районының театр сәнғәтен һөйөүселәр тапшырғайны. Унда Дүртөйлө татар драма һәм комедия театры Мостай Кәримдең киң билдәле “Ай тотолған төндә” пьесаһы буйынса спектакль күрһәтте.
Сараға Өфөнән Республика халыҡ ижады үҙәгенең театраль сәнғәт буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмурзина, РФ һәм БР ның атҡаҙанған артисы, З.Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт институты преподавателе Йәмил Әбделмәнов та килгәйне.
Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев тәбрикләне. Ул күршеләргә – Кушнаренко районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Рамазановҡа һәм мәҙәниәт идараһы начальнигы Флиҙә Мөхәмәтйәноваға штандартты тапшырҙы. Һәр ике яҡ иҫтәлекле бүләктәр менән алмашты.
Артабан кушнаренколарҙың “Миҙгелдәр” халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтте.