САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Сентябрь 2019, 13:53

Көҙгө муллыҡ – алтын ҡояш сағылышы

Ҡабаҡ байрамы күңелле үтте

Халҡыбыҙҙа матур йолалалар күп беҙҙең. Йылдың һәр дүрт миҙгелендә үткәрелеп, көтөп алына торғандары ла байтаҡ. Айырыуса көҙгө муллыҡ осоронда – баҫыу-ҡырҙарҙан иген амбар-келәттәргә ҡайтарылып, баҡсаларҙан уңыш йыйып алынып урынлаштырылғас үткәрелә торған йола-байрамдар элек-электән халыҡ күңеленә яҡын булған. Йылдың был миҙгеле, ысынан да, ғәжәйеп матурлығы менән күңелдәрҙе арбай. Әле тәбиғәттең йәйге матурлығы, тәүге көҙгө һалҡындар һәм әленән-әле төшкән ҡырауҙарға ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған. Йорт алдарында, инде бушап ҡала барған баҡсаларда аллы-гөллө сәскәләр күҙҙәрҙе иркәләп, гүзәллек бөркөп утыра. Көҙ һулышын һиҙҙереп, гәлсәр сыңын бәүелткән һауа сафланып ҡалған, ағастар ҙа йәйге кейемен алтын йүгертелгән биҙәкле, сағыу төҫмерҙәргә бай байрамса күлдәктәргә алыштыра башлаған миҙгелдә гөрләп үтә ул Уңыш байрамдары.

Был байрамдар – күңел асыу сараһы ғына түгел, улар әле үҙенә күрә йәйге эштәргә йомғаҡ яһау, мул уңыш үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашыу, тәжрибә алмашыу ҙа. Күптәребеҙ йәй бик үк матур, беҙ теләгәнсә йылы булманы тип ҙарланып алырға яратһаҡ та, уның һөҙөмтәһе булған көҙ мул уңышы менән һөйөндөрҙө. Баҡсаларҙа картуф, башҡа йәшелсәләр ишелеп уңды, алмағастар емештәре ауырлығынан һығылып ултырҙы. Ошо муллыҡҡа, уны булдырыусы уңғандарға дан йырлаған күркәм байрам Үрнәк ауылы мәҙәниәт йортонда ла үтте. Уның йөҙөк ҡашы, сараның төп геройы ҡабаҡ булды тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Алтын көҙҙөң, һүрәнәйә барған йәйге ҡояштың бер сатҡыһы, сағылышы булған, өҫтәүенә шифалы, сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы булған был йәшелсәне хужабикәләр айырыуса яратып ҡуллана, телде йоторлоҡ бихисап тәмле һәм күп риҙыҡтар әҙерләй. Байрамға ла унда унда ҡатнашыусылар был риҙыҡтарҙы алып килде. Ә килеүселәр күп булды был күңелле сараға. Ауылдың өлкәндәре, мәктәп, балалар баҡсаһы, медицина пункты, почта, Үрнәк, Көсәкәй һәм Киндеркүл мәҙәниәт йорттары коллективтары төрлө уйындарҙа, конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашты, улар дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙәр менән аралаштырып алып барылды. Көҙ темаһына йомаҡтар ҡойолдо, ребустарға яуаптар табылды, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсәләрҙән эшләнгән композициялар тәҡдим ителде. Балалар спорт снаряды ролен ҡабаҡ үтәгән ярыштарҙа һәм иң ҙур ҡабаҡты һайлап алыу бәйгеһендә бик теләп ҡатнашты. Байрам был файҙалы йәшелсәнән бешерелгән тәм-томдар биҙәгән мул табын артында сәй эсеү менән тамамланды.


Роза Ғәбделисламова,

Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорты мөҙире.

Рәзилә Арыҫланова,

үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: