Республикала Театр йылына бағышланған һәүәҫкәр театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Фестивалдең беренсе штандартын Өфө районы ҡабул иткәнйне. Йыл аҙағына ҡәҙәр фестиваль-марофон республиканың барлыҡ райондарында буласаҡ.
10 сентябрь көндө Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт йортонда эстафетаны Кушнаренко районына тапшырыу тантанаһы үтте. Штандартты район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Рамазанов ҡабул итте.
Иҫтәлекле сарала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшлеклеләре ҡатнашты һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны.