САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2019, 14:10

Көсөргәнешле уйын

4-се һанлы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр араһында волейбол ярышы үтте.
Ярыш башланыр алдынан физик культура уҡытыусыһы Эльвина Ишмаҡова йыйылыусыларҙы тәбрикләне.
–Беҙҙең баҡсала спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, – тине ул.
Сара барышында ике команда ла яҡшы уйын күрһәтте. Ата-әсәләр командаһына ингән Сергей Филин, Рафаэль Сатаев, Руслан Афләтүнов, Әнастасия Захарова, Лилиә Вәлиуллина, Фәйрүзә Рәхмәтуллина тәрбиәселәр Эльвина Ишмаҡова, Елена Ильясова, Гөлназ Нурисламова, Эльвина Ғәләүетдинова, Марина Хәйретдинова, Фирзан Хәйретдинов, Ләйлә Петровай һәм Гөлнара Ғимазетдиноваға ҡаршы торҙо. Ә уйынды судья - балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Луиза Салауатова баһаланы.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса ата-әсәләр командаһы еңеү яуланы. Көсөргәнешле уйындан һуң барыһы ла ярыштан ҡәнәғәтлек хисе алып таралышты.
Читайте нас: