САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2019, 18:24

Теләкәйҙәрҙең шатлығы ҙур

Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын - тормошҡа
Теләкәй ауылы урамдарында һыу менән тәьмин итеү системалары иҫкереү сәбәпле, йыш ҡына ватылыуҙар, һыу менән итеүҙә өҙөклөктәр булып, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине. Шуға күрә, Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуҙың мөһим булыуын билдәләне һәм йыйын барышында һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу мәҫьәләһен хәл итеү кәрәклеген аҫһыҙыҡланы. Бу йәһәттән республика бюджетынан -1 млн., райондан – 260 мең, «Илеш МТС» йәмғиәтенән (етәксеһе – Р.Зарипов)150 мең һум күләмендә аксабүленһә, халыҡтан 150 мең һум йыйылған. Атап әйткәндә, ике насос урынлаштырылып, каптаж яңыртылған, будка эшләнеп ҡуйылған һ.б. саралар башкарылган. Уны тиҙ арала «Сантехник» йәмғиәте башҡарып сығып, теләкәйҙәрҙең рәхмәтен алды.

Был уңайҙан Теләкәй ауыл клубы янында «Тыуған яғым – тыуған ауылым» тип исемләнгән сара үтте. Уны Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зарипов асып, әлеге программаның өҫтөнлөгөн билдәләне һәм активистарға Рәхмәт хаттарын, иҫтәлекле бүләктәр өләште.
Сараға теләкәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин килеп, ул үҙ сығышында район буйынса әлеге программа сиктәрендә күләмле эштәр башҡарылыуын билдәләп, киләсәктә лә һынатмаҫҡа саҡырҙы. Илдар Иршат улы әлеге проектты тормошҡа ашырыуҙа актив ҡатнашҡан «Сантехник» йәмғиәте директоры Рәйес Шәмсиевҡа муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Сара йыр-моңдар менән үрелеп барҙы.

Читайте нас: