САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 17:15

Яңыртылған парк көтә

Яңыртылған парк көтә
Үткән ялда район үҙәгендә төҙөкләндереү эштәренән һуң тантаналы рәүештә Советтар Союзы Геройы В.Д. Паширов исемендәге ял паркы асылды.Көҙҙөң иң иҫтәлекле ваҡиғаһына әүерелгән байрамда Паркты күрергә тип йөҙләгән кеше килде.Паркты реконструкциялау йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәһендә “Ҡала мөхите” республика проекты һәм “Заманса ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһына ярашлы башҡарылды. Төҙөкләндереү саралары 2018 йылдың 1 сентябрендә үк тамамланғайны. Унда ҡартайған ағастарҙы төпләү, вертикаль планировка, һуҡмаҡтар һәм майҙансыҡтарға асфальт түшәү эштәре тамамланғайны. Быйыл 1 сентябрҙә тротуар плиткаһы йәйеү, ҡоймаларҙы алмаштырыу, яңы ҡапҡалар урынлаштырыу тамамланды. Паркта хәүефһеҙ резина түшәлгән, махсус ҡоймасыҡлы балалар майҙансығы ҡоролған, эскәмиәләр, сүп һауыттары ҡуйылған һәм фонтан ремонтланған. –Беҙҙең парктың яңы тормошо башлана ғына әле, - ти Кушнаренко районы башлығы Руслан Ғизәтуллин. – 7-12 йәштәге балалар өсөн спорт майҙансығы, паркур зонаһы һәм тағы ла башҡа объекттар төҙөү пландары бар. Шуға был паркка барлыҡ тырышлығыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Читайте нас: