САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 17:04

Маҡсат – юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу

Бөгөнгө көндә ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙа һуңғы бөртөктәрҙе юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыуға бар көстө йүнәлтә. «Мир» йәмғиәте уңғандары һауа шарттары уңай торғанда мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, ураҡты ошо көндәрҙә тамамлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Улар алдында 4225 гектар майҙандан бөртөклөләрҙе йыйып алыу бурысы ҡуйылып, уның 2800 гектарында эш тамамланған да инде. Гектар ҡеүәте уртаса 21,2 ц тәшкил итә.
Бөгөнгө көндә уңған механизаторҙар Азат Зиазетдинов, Фларис Закиров, Радим Ғәлиев, Таһир Шәрәфуллин «МТЗ-82» тракторҙарына тағылған «ЖВЗ-7», ағымдағы йылда ғына ҡайтҡан «Сулпан» үҙ йөрөшлө сапҡыстары менән теҙмәләргә һалынған бойҙай баҫыуында сәмле хеҙмәт ҡайнай. Мөһим кампанияға йәлеп ителгән комбайндар механизаторҙар Илгиҙәр Сафиуллин, Филүс Закиров («ДОН-1500»), Фирҙәт Ситдиков, Таһир Сафиуллин («AGROC”), Илнур Моҫтафин, Фикус Заһиров («Палессе») ҡулына тапшырылған. Улар бөртөклөләрҙе юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыуға ҙур көс һала. Игенселәрҙең тырыш хеҙмәте арҡаһында байтаҡ эштәр ваҡытында һәм теүәл башҡарыла. Комбайнсылар араһында беренселекте Илнур Мостафин етәкләп, Таһир Сафиуллин, Фирҙәт Ситдиков унан аҙға ғына ҡалыша. Бойҙайҙың гектар ҡеүәте 22,3 ц тәшкил итә.
Комбайндар бункерына тупланған «алтын бөртөк»тәрҙе ырҙын табаҡтарына ҡайтарыуҙа «ЗиЛ» һәм «КамАЗ» автомашиналарын хеҙмәтләндереүсе водителдәр Әлтәф Шәйехов, Тауис Сәлимов, Ирек Ямалов, Илгиз Ғәлиуллин, Илгизәр Йәмилов, Назиф Бәшәров өлгөрлөк күрһәтә.
Читайте нас: