САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 14:11

Халыҡ йолалары

Ә беҙҙә - Ялан байрамы!
Күптән түгел Шәрип ауыл биләмәһенең Мәмәк ауылы аланонда Ялан байрамы үткәрелде. Бында ауылдың йәше лә, ҡарты ла ҙур теләк менән йыйылды. Иң элек имамы Фәнүз Зарипов халыҡҡа аҙан уҡып ишеттерҙе. Ниндәй байрам уйын-көлкөһөҙ, йыр-бейеүһеҙ була икән? Мәмәклеләр ҙә был көндө рәхәтләнеп милли уйындарҙа ҡатнашты, үҙҙәренең йыр-моңға маһирлығын күрһәтте, етеҙлектә һәм тапҡырлыҡта һынашты, көс алышты. Ҡашыҡ менән йомортҡа ташыу, тимер атта сабыу, сүлмәк ватыу, арҡан тартышыуҙа өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа әүҙем булды. Һәр еңеүсе үҙ бүләген алды.
Ялан тамашаһы байрам концерты менән дауам итте. Сараға килгән махсус ҡунаҡтар – Илеш районынан мәҙәниәт йорто етәксеһе Лилиә һәм уның тормош иптәше Илдар Хәбибрахмановтарҙың сығышы, Кушнаренко ауылынан Рәфиҙә Әхмәлетдинованың моңло ауыл көйҙәре, Рида Минһажеваның йырҙары йыйылыусылар күңеленә хуш килде. Халыҡ үҙе лә уларға ҡушылды, дәртле бейеүгә төштө. Ҡыҫҡаһы, сараны әҙерләүсе мәҙәни ойоштороусы Рида Әнүәр ҡыҙының тырышлыҡтары заяға үтмәне. Ялан тамашаһы ысын-ысындан да тыуған ер байрамы, йыр һәм рух байрамына әйләнде.

Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: