САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Сентябрь 2019, 11:57

Ойошҡанлыҡ менән башланды

Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназияла урынлашҡан 2115-се Коммунистик һайлау участогында Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм БР Илеш районы муниципаль районының ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлауҙар ойошҡан төҫтә башланып китте. Бында 988 һайлаусы теркәлгән. Гимн яңгырағандан һуң, һайлау участогы эшен башлап ебәргәс, участок комиссияһы рәйесе Ләйсән Коровкина әлеге мөһим кампанияла актив ҡатнашырға саҡырып, илдең тыныс булыуын теләне. Иң беренсе булып, һайлау бюллетенен Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов ис. урта мәктәп ҡарауылсыһы Мөнирә Минһажева урнага һалды. Шулай уҡ ҡулына беренсе тапҡыр бюллетень алыусы 17 кеше был көндө лайыҡлыларға үҙ тауышын бирҙе.

Читайте нас: