Берҙәм һайлауҙар көнөндә Яңы Балтас ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3264 һанлы һайлау участогында ошо ауылда ғүмер итеүсе 573 кеше республика етәксеһен һәм биш округ буйынса ауыл Советы депутаттарын һайлай. Участок комиссияһы эш башлаған тәүге минуттарҙа уҡ беренсе булып ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе – 1932 йылда туған Мәснәүи ағай Хажиев үҙе лайыҡлы тип исәпләгән кандидаттар өсөн тауыш биргән. Иң йәш һайлаусылар Артур Мусин, Ильяс Хажиев, Айһылыу Әхмәтшина, Румиә Нурова, Илнар Юлдашев, Лилиә Вәлиева иһә дәүләт конституцияһы тарафынан гарантияланған был хоҡуҡты беренсе тапкыр тормошҡа ашырып, һайлау участогына килә. Комиссия ағҙалары актив тормош позицияһында тороп, республика һәм ауыл киләсәгенә битараф ҡалмаған йәштәрҙе ҡотлап, махсус бүләктәр тапшырған.
Комиссия рәйесе Альбина Муллагәрәйева, уның урынбаҫары Рәсим Сафиуллин, байтаҡ йылдар һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү кампанияларында ҡатнашҡан, ҙур оойоштороу тәжрибәһенә эйә булған комиссия сәркәтибе Флүзә Ханова, комиссия ағҙалары Эльвера Ғайсина, Рима Ибраһимова, Альмира Иҡсанова, Лилиә Хәбибуллина участокҡа килеүсе һайлаусылар өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырып, һәр ҡайһын асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала һәм һайлау процедураһын үткәрергә ярҙам итә. Участокта эш көйлө бара, һайлауҙар процедураһы ойошҡанлыҡ менән үтә. 17.00 сәгатҡә бында 405 һайлаусы үҙ фекерен белдереп, лайыҙлы тип исәпләгән кандидаттар өсөн билдә ҡуйылған бюллетендәрҙе һайлау урнаһына төшөрҙө. Көндөҙгө сәғәттәрҙә комиссия ағҙалары етди сәбәптәр арҡаһында участокҡа килеп тауыш бирә алмаған һайлаусыларҙың йорттарына барып, республика һәм ауыл киләсәген билдәләү хоҡуҡын тормошка ашырырға ярҙам итте. Был хаҡтағы үтенес менән комиссияға 27 гариҙа тапшырылған.