САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2019, 13:22

Сәйетҡолдарҙың һөйөнөсө ҙур

Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын – тормошҡа!
Ишҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе, урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһына дүртенсе йыл рәттән ҡушылып, уның сиктәрендә күләмле эштәр башҡарылған. Ағымдағы йылда әлеге проект нигеҙендә Сәйетҡол ауылында бер түбә аҫтында урынлашҡан фельдшер-акушерлык пунктына һәм ауыл клубына капиталь ремонт яһалған. Түбәләр, түшәмдәр яңыртылган, тышҡы, эске ишектәр, тәҙрәләр алмаштырылған, иҙәндәр, стеналар тигеҙләнеп, буялған, яңы ултырғыстар ҡуйылған. ФАПта фельдшер, процедура бүлмәләре булдырылып, улар тейешенсә йыһазландырылған. Эштәрҙе ҡысҡа ваҡыт эсендә һәм сифатлы итеп «Илеш ПМК» йәмғиәте коллективы башҡарып сыҡҡан.
ФАПты һәм ауыл клубын капиталь ремонттан һуң асыу уңайынан байрам сараһы ойошторолдо. Сараға килгән ҡунаҡтарҙы клуб алдынан уҡ «Балҡыш» халыҡ фольклор коллективы (Ишҡар мәҙәниәт йорто), «Әхирәттәр» (Лаяшты) фольклор коллективы дәртле йыр-моңдары менән сәләмләне.
Байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашып, сәйетҡолдарҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы һәм «Илеш ПМК» йәмғиәте директоры Руслан Нурмөхәмәтовҡа муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Глүс Шакиров, программала ҡатнашыусыларға рәхмәтен еткереп, бер төркөм әүҙемдәргә биләмәнең Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр өләште.
Байрам район мәҙәниәт һарайы коллективы, ауыл үҙешсәндәре әҙерләгән күркәм концерт программаһы менән үрелеп барҙы.

Читайте нас: