САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2019, 13:38

Конкурс призерҙары булдылар

Билдәле булыуынса, республика Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙар көнө алдынан плакаттар конкурсын иғлан итте. “Барыбыҙ ҙа һайлауға” тип исемләнгән был бәйгелә йәш райондаштар ҙа ҡатнашты. Саҡмағоштан 13 йәшлек Булат Ситдиҡов конкурс призерҙарының береһе булды. Уға Диплом һәм Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының призы тапшырылды. Шулай уҡ бәйгелә актив ҡатнашҡандары өсөн Аделина һәм Денис Сафиуллиндарға ла дәртләндереү приздары тапшырылды.

Булат ижат иткән плакат баннерға күсерелеп, Өфөнең Й.Кейекбаев урамындағы йортҡа урынлаштырылды. Булаттың әсәһе әйтеүенсә, ул атаһы кеүек һүрәт яһарға һәм бейергә ярата. Ә буласаҡ рәсемдең идеяһын уҡытыусыһы менән бергә тормошҡа ашырған.

Светлана Сафиуллина ла балалары Аделина һәм Денистың ижат менән мауығыуҙары, рәсем төшөрөүҙән тыш, йырларға һәм бейергә яратыуҙары тураһында һөйләй. Денис быйыл беренсе класҡа уҡырға барған һәм сәнғәт, йәш рассамдар түңәрәкләренә йөрөйәсәк. Һәм әлбиттә инде, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашыуын дауам итергә уйлай.

Йәш райондаштарыбыҙға арытабан да ижаттарында яңы үрҙәр яулауҙарын, уҡыуҙарында уңыштар һәм аҡыллы, киң күңелле кешеләр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: