В. Д. Паширов исемендәге ял паркы элек-электән кушнаренколарҙың яратҡан урыны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ташландыҡ хәлгә төшөп, бөтөнләй емерелеп бөтә яҙған ине. Әммә һуңғы ваҡытта ул күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.
Һәм, ниһайәт, ошо шәмбелә капиталь төҙөкләндереүҙән һуң ул ҡабат үҙ ишектәрен асасаҡ. Йыйыштырыу, тәртип урынлаштырыу эштәре тамамланып бара. Быға йөҙләгән кушнаренколы ла үҙ теләктәре менән ҡушылды.
– Кешеләр бик актив. Бөгөн берҙәмлектә көс икәненә тағын бер тапҡыр инандым. Парк майҙаны сүп-сарҙан таҙартыла,
уйланылғанса, тәртип буйынса бара, – тине парк директоры