САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Сентябрь 2019, 17:07

Әйҙәгеҙ, һайлауға!

Фәнғиә Низаева, район гәзите мөхәррире:
– Бөтәбеҙ өсөн дә мөһим булған был көндә коллективыбыҙҙың һәр ағзаһы, һис шикһеҙ, һайлауға барасаҡ. Һәр беребеҙ гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Хәбәрселәребеҙ эшкә сығасаҡ. Форсаттан файҙаланып, уҡыусыларыбыҙҙы ла һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Һайлауға кил, сөнки Башҡортостандың киләсәген һайлайбыҙ!
Розалия Усманова, район мәҙәниәт йорто директоры:
– 8 сентябрь көндө райондың барлыҡ клуб ойошмалары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәр береһе һайлауға барасаҡ. Башҡаса булыу мөмкин дә түгел, сөнки беҙҙә һәр башланғысты күтәреп алырҙай актив кешеләр эшләй. Улар байрам һәм ял көндәрендә лә эшләргә өйрәнгән. Ә һайлау көнө – үҙе байрам. Ул яңыса йәшәүҙе вәғәҙә итә. Бының өсөн дөрөҫ тауыш биреүебеҙ кәрәк!
Ирина Арыҫланова, район телевидениеһы директоры вазифаһын башҡарыусы:
–Тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙы һәр беребеҙҙең гражданлыҡ бурысы, тип һанайым. Райондың һәм дөйөм төбәгебеҙҙең киләсәге беҙҙең һайлауға ни ҡәҙәр яуаплы ҡарауыбыҙҙан торасаҡ. Һәр кушнаренколы был көндө һайлау участоктарына килер, тип ышанам.
Читайте нас: