САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Сентябрь 2019, 12:01

Һәр кем тырыш хеҙмәт күрһәтә

Район аграрийҙары өсөн иң ҡыҙыу мәл: улар уңышты юғалтыуларһыҙ урып йыйырға тырыша. Был йәһәттән иртә таңдан ҡараңғыға ҡәҙәр баҫыу киңлектәрендә хеҙмәт ҡайнай. Игенселәр урып-йыйыу техникаһына эшһеҙ торорға ирек бирмәй, айырыуса әлегеләй тотроҡһоҙ һауа шарттарында һәр минут ҡәҙерле.
М.Горький ис. кооператив уңғандары һәр аяҙ көндө һөҙөмтәле файҙаланып, эштәр көн оҙонона дауам итә. Бында баҫыуҙарҙағы тупраҡ түбән уңдырышлыларҙан һаналһа ла, һауа шарттары төрлө һынауҙар ҡуйһа ла, хужалыҡ эшсәндәре бар көсөн һалып, мул уңыш алырға тырыша. Шул рәүешле, улар ураҡты ойошҡан төҫтә алып барып, һәр кем тырыш хеҙмәт күрһәтә. Әйткәндәй, хужалыҡ уңғандарына ағымдагы йылда 2700 гектарҙа бөртөклөләрҙе йыйып алыу бурысы тора. Кооперативтың баш агрономы Флүр Нәбиев әйтеүенсә, арыш, бойҙай, борсаҡ баҫыуҙарында эш тамамланып, улар гектарынан уртаса 22 центнер тәшкил иткән.
Иген яҙмышын хәл итеүҙә алты комбайн ҡатнаша. Комбайнсылар әлеге ваҡытта бойҙай баҫыуында эшләй. Был йүнәлештә игенселәр Рәфил Шәмсиев, Тәлғәт Маликов, Глүс Шәймәрҙәнов, Рәсим Гәрәев, Мират Фәтхуллин, Хисаметдин Сәхәүетдинов («Нива-Эффект») күп көс һала. Механизаторҙар Илдар Хәйбрахманов, Марсель Мослохов, Рәфил Гәрәев «МТЗ-12.21» һәм «МТЗ-82» (2) тракторҙарына тағылған «ЖВП-6.1», «ЖВП-7» сапҡыстары менән игенде теҙмәләргә һала.
Читайте нас: