САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Сентябрь 2019, 09:45

Иң яҡшыларҙы һайланылар

Өфө районында “Алексеевский“ совхозы ауыл хужалығы предпряитиеһы базаһында һыйырҙарҙы машина белән һауыу операторҙарының 44-нсе республика конкурсы үтте. Башҡортстандың 14 районынан иң яҡшы операторҙар ярышты.
“Ленин” тоҡомсолоҡ заводынан Дүртөйлө районы данын яҡлап сығыш яһаусы Альмира Ғатауллина ярыштан маҡтаулы икенсе урын алып ҡайтты.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығы өс этапта баһаланды. Беренсеһе – теоретик белемде тикшереү. Икенсеһе – санитар әҙерлек, һөт һауыу барышы, эш гигиенаһы һәм культура. Өҫөнсөһө – һауыу аппараттарын һүтеп-йыйыу.
Альмира Зинфир ҡыҙы әйтеүенсә, конкурс уның өсөн бик ҡатлаулы булмаған. Тулҡынланыуһыҙ булмай, әлбиттә, тик ярыштағы бөтә этаптарҙа ла йылдар дауамындағы эш тәжрибәһе белән күнегелгән биремдәрҙе үтәргә тура килде. Ул был фермала алты йылдан ашыу эшләй бит инде..
“Республиканың башҡа райондарынан килгән коллегалар менән танышыу, тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу артабан нәтижәле эшкә дәртләндерә. Мин үҙемдең дөрәҫ юлдан барыуыма һәм йәмғиәткә кәрәкле эш менән шөғөлләнеүемә инанам”, – ти республика конкурсы призеры.
Читайте нас: