САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Сентябрь 2019, 13:00

“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса

Киләһе йылда Дөртөйлө ҡалаһының 1 Май урамындағы 5,6, 7, 8, 9, Ленин урамындағы 28, 30, 32, 34, 36 һәм Горшков урамындағы 5, 7, 7/1 һанлы йорт алдарын “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса киң масштаблы үҙгәртә башлау планлаштырыла.
Заман үҙ ҡағиҙәләрен ҡуя: ҡаланың тышҡы күренеше заман шауҡымына һәм талаптарына тура килергә, ә йорт алды территориялары ололар өсөн дә, балалар өсөн дә уңайлы булырға тейеш. Ошо көндәрҙә В.Горшков исемендәге Йәштәр үҙәгендә әлеге урамдарҙа йәшәүселәр менән йорт алды территорияһын төҙөкләндереү проекты тикшерелде. Проектҡа күп фатирлы 14 йорт, шулай уҡ социаль объекттар – 3-нсө гимназия, 3-нсө һәм 8-нсе балалар баҡсалары, Йәштәр үҙәге инә.
Фикер алышыуға үҙ идеялары һәм һорауҙары менән күп кеше килде.
Ҡалала йәшәүселәрҙе нигеҙҙә парковкалар булмауы борсой. Төҙөкләндереү проектында улар ҡаралған, шулай уҡ тротуарҙар, транспорт хәрәкәте өлөшөн киңәйтеү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу, ял зонаһы, балалар һәм спорт маҙансыҡтары төҙөү, кескәй архитектура формалары йыһаҙлау, контейнер майҙансыҡтары булдырыу планлаштырыла. Квартал эсендә ҙур булмаған ике парк зонаһы (йәмәғәт урындары) булдырыу күҙаллана.
Бында йәшәүселәр йәшел зонаны һаҡлауҙы һорай, кәрәк булһа, ҙур ағастар – йүкә, миләш ултыртырға мөмкин. Күршеләр бер-береһе менән килешеп, үҙҙәре лә территорияны йәшелләндереүҙә ҡатнаша, клумбалар эшләй, сәскәләр ултырта – ҡыҫҡаһы, үҙ урамдарын тагы ла матурлай ала.
Проект арытабан ҡабаттан эшләнәсәк, уға, урында йәшәүселәр еткергән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, үҙгәрештәр керетеләсәк.
Читайте нас: