САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 15:53

Иҫтәлектәр менән уртаҡлаштыҡ

Беҙгә яҙалар
Свердловский өлкәһһенең Новоуральск ҡалаһы.
Исәмәт урта мәктәбен тамамлауға 49 йыл тулған йылды, йәғни быйыл осрашып, хәтирәләр бүлешеү, бала саҡты иҫкә алыу миҙгелдәрен татыу насип булды. Мин килгәндә, осрашыуҙы ойоштороусы Хәйберйән Миңнекәев усаҡ яғып, мәтрүшкәләр һалып, сәй ҡайнатып йөрөй ине. Аҡрынлап класташтар ҙа йыйылды. Күптәрен оҙаҡ күрмәгәнлектән, ҡосаҡлашып күрештек, һөйләштек, мәктәптә уҡыған йылдарҙы иҫкә төшөрҙөк. Кластың старостаһы булараҡ, байрамды асыу миңә тапшырылды һәм һабаҡташтарыма күңелдә йөрөткән иң йылы хистәремде юлланым, шулай уҡ мәрхүм булғандарҙы иҫкә алдыҡ, килмәгәндәргә лә «өлөш» төштө. Беҙҙең класс шуҡ булһа ла, үҙ ара татыу йәшәнек. Етәксебеҙ Рәүиҙә апай һәр ваҡыт тәртипле, теүәл, берҙәм булырға өндәне.
Осрашыу һәр ваҡыт Исәмәт урманының матур яланында уҙҙырыла. Бында уны ойоштороуға Хәйберйән, ярҙамсылары Зиләрә, Зинфира лайыҡлы өлөш индерә. Шуға күрә, яланды «Хәйберйән яланы» тип атарга кәңәш иттем. Минең һүҙҙе хуплап, һабаҡташтар ҡул сапты. Киләһе йылда беҙҙең юбилей – 50 йыл. Барыбыҙ ҙа «Хәйберйән яланы»на йыйылышырға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Алдағы осрашыуға ҡәҙәр, һабаҡташтар!

Читайте нас: